+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2022, 12:30

"Елкән"дең еңеүселәре билдәле!

Яңыраҡ "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә "Милли проекттар. Мәҙәниәт" программаһы буйынса йәш башҡарыусыларҙың "Елкән" башҡорт классик музыкаһы асыҡ телевизион конкурсының гала-концертын үткәрҙе.

Күптән көтөп алынған финал һәм гала-концерт баш ҡалабыҙҙың "Башҡортостан" дәүләт концерт залына моң һөйөүселәрҙе йыйҙы.

12 йәш музыкант билдәле Рәсәй дирижёры Дмитрий Крюков етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының легендар милли симфоник оркестрына ҡушылып, башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡарҙы. Гала-концертта конкурстың тәүге еңеүселәре лә ҡатнашты.

Финалистарҙы Башҡортостан Башлығы исеменән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотланы.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса йәш пианист Самира Әлиуллина  Гран-приға лайыҡ булды. Ул урта махсус музыка колледжында билдәле педагог Валентина Стариковала уҡый. Самира Заһир Исмәғилевтең "Фортепиано менән оркестр өсөн концерт"ын башҡарҙы.

Фото: bashgazet.ru

"Елкән"дең еңеүселәре билдәле!
"Елкән"дең еңеүселәре билдәле!
"Елкән"дең еңеүселәре билдәле!
"Елкән"дең еңеүселәре билдәле!
"Елкән"дең еңеүселәре билдәле!
"Елкән"дең еңеүселәре билдәле!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: