+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2022, 11:55

Хәрбиҙәргә — башҡорт ҡорото

Ҡырмыҫҡалы районында ошондай флешмоб башланған. Иҫке Муса ауылы ҡатын-ҡыҙҙары мобилизацияланған ир-егеттәр өсөн күңел йылыһын һалып киптерелгән ҡорот әҙерләй.

«Был эштә балалар ҙа ихлас ҡатнаша. Тыуған яҡ ҡорото һалдаттарҙың кәйефен күтәрһен, уларға рухи көс өҫтәһен», - ти улар һәм республиканың башҡа райондарын да акцияға ҡушылырға саҡыралар.

Социаль селтәрҙә яҙыуҙарынса, әлеге ваҡытта ҡырмыҫҡалылар яҡташтарына ике партия ҡорот оҙатҡан.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: