+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2022, 10:30

Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асыла

Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәңлиев Business FM эфирында хәбәр итте.

Уны Ағиҙел йылғаһы буйында урынлаштырылыу күҙаллана.

-Өфө — миллионлы ҡала, балалар ныҡ күп. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһына байтаҡ ҡунаҡтар килә. Барыһының да Ҡыш бабайҙан бүләктәр алыу теләге ҙур. Мин үҙем Ағиҙел яры буйында урынлаштырыу яҡлымын, сөнки унда һырғалаҡ та бар, Ҡыш бабай резиденцияһын да шунда асһаҡ, яҡшы булыр ине, - ти Ратмир Рәфил улы.

Резиденция 25 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем эшләйәсәк.

Бынан тыш, Башҡортостандың баш ҡалаһына ысын Ҡыш бабайҙы килтерергә теләйҙәр. Әлегә Бөйөк Устюг менән һөйләшеүҙәр алып барылыуын да хәбәр итте ҡала хакимиәте башлығы.

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: