+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2022, 13:45

Берҙәм пособие тураһында законға ҡул ҡуйылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин бала тыуыуға һәм уны ҡарауға бәйле берҙәм пособие тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Документ 21 ноябрҙә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Законға ярашлы, 2023 йылдың 1 ғинуарынан балаға 17 йәш тулғансы универсаль пособие, шулай уҡ йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға  пособие индерелә.

Пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең мөлкәт менән тәьмин ителеше һәм ата-әсәнең эш менән мәшғүллеге иҫәпкә алынасаҡ.

Сығанаҡ: bashinform

Фото: uploads

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: