+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2022, 15:50

Үҙебеҙҙеке!

Һуңғы өс йылда мәктәп ашханалары күберәк үҙебеҙҙең республикала етештерелгән һыйыр ите менән тәьмин ителә. 

Иттең 83,3 проценты - Башҡортостандыҡы. Был турала Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдергән.

Ә 2019 йылда уҡыусыларға бирелгән иттең 7,7 процентын ғына төбәктә етештерелгәне тәшкил иткән булған. Ҡалғаны ситтән алынған, хатта сит илдәрҙән.

Хәҙер мәктәп ашханаларына Башҡортостанда үҫтерелгән йәшелсәләр, тауыҡ ите, йомортҡа ла күберәк килтерелә икән. Үҙебеҙҙең ризыҡ. Һәйбәт бит!

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: