+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2022, 12:40

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына - Яңы йыл бүләктәре

27 декабрҙә республиканың бөтә район-ҡалаларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, туғандары өсөн яңы йыл тамашалары ойоштороласаҡ. 

Барлығы 7 мең 700 балаға бүләктәр таратыласаҡ. Был турала республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Таболина белдергән.

Никахтары теркәлмәгән, уртаҡ балалары булған ғаиләләр менән адреслы эш алып барасаҡтар. Уларға документтары буйынса социаль ярҙам күрһәтеп булмағанлыҡтан, хәйриә фондтары бүләктәр әҙерләйәсәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бәләкәй туғандары ла бүләкле буласаҡ. 

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: