+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2022, 12:25

Яңы йылға – аҡсалата ярҙам

Башҡортостанда мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә Яңы йылға 20 мең һум аҡса биреләсәк.

Башҡортостан Башлығы мобилизацияланған ир-егеттәргә, уларҙың ҡатындарына, балиғ булмаған балаларына, шулай уҡ колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында көндөҙгө бүлектә белем алған балаларына (23 йәшкә тиклем) бер тапҡыр бирелә торған 20 мең һум тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

- Бына бер нисә ай инде мобилизацияланған егеттәребеҙ сит ерҙә. Улар Яңы йыл байрамдарын ғаиләһенән алыҫта билдәләргә мәжбүр. Бының өсөн бюджетҡа аҡса һалдыҡ. Был тап Яңы йылға. Беҙҙең бүләк илебеҙҙе яҡлаусыларға ярҙам булыр һәм уларҙың ғаиләләрен ҡыуандырыр, тип ышанам. Аҡса күсереүҙең һуңғы көнө - 26 декабрь, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Мобилизацияланғандарға бер тапҡыр бирелә торған түләү уларҙың аҡсалата тәьминәт алыу өсөн асылған банк иҫәптәренә күсерелә. Ғаиләләргә аҡса мөмкин тиклем ябайлаштырылған тәртиптә бирелә: уларға социаль яҡлау органдары йәки күп функциялы үҙәктәр, республика дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза бирергә кәрәк.

Сығанаҡ: vk.com

Фото: ngs.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: