+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2022, 10:20

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының съезы үтте

Кисә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан бүләксәһендә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының 30 йыллығына арналған съезд уҙҙы.

Ул Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән асылды. Радий Хәбировтың сәләмләү хатын Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Алексей Дербеко уҡып ишеттерҙе. Шулай уҡ унда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина, «Берҙәм Рәсәй-Башҡортостан» гәзите мөхәррире, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Елена Арямнова, Бөтә Рәсәй бүлексәһе рәйесе, Рәсәй ДОСААФ йәмәғәт-дәүләт ойошмаһының Иглин районындағы бүлексәһе рәйесе Айҙар Харасов тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны.

Съезда республиканан, күрше төбәктәрҙән һәм башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, шулай уҡ Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Сочиҙан, Үзбәкстандан бөтәһе 200 делегат ҡатнашты. Делегаттарҙың иң ололарын — 90 йәшлек Ләлә Биишеваны һәм Азия Күсимованы ла ҡотлап үттеләр. Ойошманың әүҙем ағзалары Почёт грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Съезда Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе лә һайланды. 2017 йылдан алып ойошмаға етәкселек иткән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһаринаны ошо вазифала ҡалдырырға, тигән ҡарар ҡабул ителде.

 

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының съезы үтте
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының съезы үтте
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының съезы үтте
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының съезы үтте
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының съезы үтте
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының съезы үтте
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының съезы үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: