+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2022, 10:45

Түләүҙәр был аҙнала башлана

Был аҙнала мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә Яңы йылға 20-шәр мең һум аҡса түләнә башлай. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, әлегә аҡса юллау өсөн 4 141 ғариза килгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 декабрҙә Радий Хәбиров мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас