+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2022, 17:35

Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры донъяның 45 телендә донъя күрҙе

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса быйыл республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу киң билдәләнә. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы донъя телдәренә тәржемә ителгән «Туған тел» шиғыры тупланған йыйынтыҡ әҙерләп сығарҙы.

Был проектҡа Рәсәй һәм донъя төбәктәренән 54 автор — халыҡ шағирҙары, Әҙәби берекмә ағзалары, тәржемәселәр ҡушылды. Шиғыр 45 телдә: рус, авар, нуғай, украин, итальян, белорус, ҡумыҡ, цахур, фарсы һәм башҡа телдәрҙә донъя күрҙе.

Тәржемәләрен үҙҙәренең милли баҫмаларында баҫтырып өлгөргән балалар яҙыусылары айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Улар — «Тангчолпан» ҡумыҡ журналы, тәржемә авторы һәм баш мөхәррир Супиянат Мамаева, «Лачин» дарғын журналы, тәржемә авторы һәм баш мөхәррир Әминәт Абдулманапова.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: башҡорт шиғыры әҙәби телдә генә түгел, башҡорт теле диалекттарында ла бирелгән.

Рәми Ғарипов — талантлы шағир булыу менән бергә оҫта тәржемәсе лә. Донъяла танылған 50-нән ашыу авторҙың шиғри әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән.

Проект авторҙары — Лариса Абдуллина (Башҡортостан Республикаһы) һәм Светлана Быкова (Беларусь Республикаһы), рәссам — шағирҙың улы Азамат Ғарипов, дизайнер — Анатолий Корнеев.

 

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: