+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2022, 19:10

Айгиз Баймөхәмәтов Яҙыусылар союзына рәйес итеп һайланды

Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Яҙыусылар союзының 19-сы съезы үтте. Унда ҡатнашыусылар яңы рәйес һайланы. Күпселек тауыш менән вазифаға яҙыусы, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов һайланды.

Айгиз Баймөхәмәтов 1988 йылдың 27 октябрендә Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Бала саҡтан үкһеҙ етем ҡалып, Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә.

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған.

2020 йылдың февралендә Айгиз Баймөхәмәтов «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: