+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2022, 14:50

Пионерияға алмашҡа

Беҙҙең республикала ла Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе эшләй башлай. Уның рәйесе - Рәнис Хәсәнов.

Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте эшмәкәрлегенең маҡсаты - балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләү, уларға һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш биреү, буш ваҡыттарын ойоштороу, төрлө яҡлап үҫергә һәм тормошта үҙбилдәләнештәрен табырға ярҙам итеү. Өфөлә төбәк бүлексәһе 13 декабрҙә Йәшлек HOUSE йәштәр йортонда стратегик сессия үткәргән. Унда Башҡортостанда эшләп килгән "Йәш армеецтар", "Рәсәй йәштәр берлеге", "Башҡортостан пионерҙары", "Хәүефһеҙлек мәктәбе", "Ҙур тәнәфес", "Йәш журналистар лигаһы", "Рәсәй студент отрядтары" һәм башҡа ойошмалар әүҙемселәре ҡатнашҡан. Улар Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте төбәк бүлексәһенең үҫеше буйынса төрлө йүнәлештәрҙә (ирекмәнлек, эшҡыуарлыҡ, медиа, спорт һәм башҡалар) тәҡдимдәрен индергән. 

 Хәрәкәттең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмө - https://vk.com/rddmrb, яҙылығыҙ, хәбәрҙар булығыҙ. 

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән. 

Пионерияға алмашҡа
Пионерияға алмашҡа
Пионерияға алмашҡа
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: