+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2022, 18:13

Билдәле тележурналистан - премия

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова туған мәктәбе уҡыусыларына үҙ премияһын тапшырған. 

Был турала ул "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә яҙҙы: "Тыуған ауылымда, Әбйәлил районы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә, китап уҡырға яратҡан, яҙышҡан, уҡыуҙа һәм йәмәғәт эштәрендә һынатмаған уҡыусыларға үҙемдең премиямды тапшырҙым! Тәүге премиямдың лауреаттары:
1. Исҡужина Лиза Шәфҡәт ҡыҙы (X класс).
2. Дауытова Наҙгөл Фәнил ҡыҙы (IX класс).
3. Дауытова Нурия Әхәт ҡыҙы (IV класс).
Ҡотлайым, балалар! Киләсәгегеҙ яҡты, матур, яулар үрҙәрегеҙ бейек булһын!"

Рәмзиә Кәримованың йәш быуынды шулай дәртләндереүе маҡтауға лайыҡ, шулай бит?! 

Әйткәндәй, күптән түгел ул һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән яҡташтары - ағалы-ҡустылы Ҡунаҡҡоловтар йортона газ үткәреү өсөн аҡса йыйыуҙы ойошторғайны. 

Фото "Бәйләнештә" селтәренән алынды. 

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: