+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2022, 15:50

Минималь эш хаҡы арта

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылға минималь хеҙмәт хаҡын (МРОТ) 16 242 һум күләмендә билдәләгән законға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл МРОТ-ты ике тапҡыр арттырҙылар: 1 ғинуарҙан ул — 13 890 һумға, ә 1 июндән 15 279 һумға еткерелде.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда МРОТ (Урал коэффициенты менән) 17 571 һум тәшкил итә.

 

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: