+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2023, 15:10

“Аксаков шыршыһы”нда

Кисә баш ҡаланың Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Аксаков шыршыһы” үтте.  Сағыу Яңы йыл байрамына 250-нән ашыу бала һәм уларҙың ата-әсәләре саҡырылғайны.

“Аксаков шыршыһы”нда
“Аксаков шыршыһы”нда

Был сара һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар, республика район-ҡалаларынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың улдары,ҡыҙҙары өсөн ойошторолдо. Улар өсөн бик матур хәйриә байрамы булды. Театрға килеп ингәс тә балаларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҙур ҡурсаҡтарҙың матур-матур балҡып-янып торған төрлө уйынсыҡтар, мандариндар һалынған тулы кәрзин күстәнәстәре менән ҡаршы алыуы байрамға тағы йәм өҫтәне.  Ә аквагрим буйынса рәссамдар, аниматорҙар һәм ирекмәндәр һәр береһе менән ихлас аралашты. Балалар үҙҙәрен әкиәт донъяһына килеп ингән кеүек хис иткәндер, моғайын. Улар әкиәт геройҙары менән ҡыуана-ҡыуана иҫтәлеккә фотоға төштө.

Тағы ла театрҙың  икенсе ҡатында, йәғни Грек залында мөғжизәле тылсым эйәһе көткән икән үҙҙәрен. Кем ул, тиһегеҙме? Билдәле фокус оҫтаһы Макс Брайт! Ул үҙенең һоҡланғыс сығышы менән  балаларҙы һәм өлкәндәрҙе хайран ҡалдырҙы. Бер мәл ҡапыл сепрәк аҫтынан тыныслыҡ ҡошо – күгәрсендең, йыл хужаһы Ҡуяндың килеп сығыуы барыһын аптыратты. Ысынмы, төшмө был? Балалар күгәрсен менән ҡуянды һыйпап та ҡараны.

Ниндәй Яңы йыл байрамы Ҡыш бабайһыҙ, Ҡарһылыуһыҙ үтһен.Улар ҙа балаларҙы ҡотларға, бүләк тапшырырға килгәйне.

– Миңә байрам ныҡ оҡшаны. Барыһы ла шундай һоҡланғыс! Тылсым эйәһенең күрһәткән фокустарын күреп, хайран ҡалдым. Өйгә ҡайтҡас, атайыма һөйләйәсәкмен. Хәҙер әсәйем менән әкиәт тә ҡараясаҡбыҙ, – тип йылмая Өфөләге 8-се мәктәп уҡыусыһы Камил Ғиндуллин.

Фойела әкиәт геройҙары менән фотоға төшөү, аралашыу ҙа ҡыҙҙар һәм малайҙар күңелендә онотолмаҫ матур тәьҫораттар ҡалдырғандыр. Ә бына матур театр залында  Пётр Чайковскийҙың «Щелкунчик» балетын ҡарау ҙа балаларға бик оҡшағандыр, тип уйлайым. Сөнки тамашасылар бер тауышһыҙ, ихлас ҡараны бит.  Тамашаны ҡарап бөткәс, балалар бүләктәр алып ҡыуанды.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова байрамдың абруйлы ҡунаҡтары булды. «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла ҡыҙҙар, малайҙарҙы сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе.

Матур байрамда ҡатнашып, күңелле тамаша ҡарап, иҫтәлекле бүләктәр алып, яҡшы кәйеф менән таралышты балалар.

“Аксаков шыршыһы”нда
“Аксаков шыршыһы”нда
“Аксаков шыршыһы”нда
“Аксаков шыршыһы”нда
“Аксаков шыршыһы”нда
“Аксаков шыршыһы”нда
“Аксаков шыршыһы”нда
“Аксаков шыршыһы”нда
“Аксаков шыршыһы”нда
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: