+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2023, 10:10

Ил Президенты студенттың идеяһын хупланы

Кисә, байрам уңайынан, студенттар менән осрашыуҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөтә Донъя студенттар һәм йәштәр фестивален ойоштору идеяһын хуплауын белдерҙе.

РУДН студенты Дарья Семёнова был һорау менән мөрәжәғәт иткәйне.

- Бик шәп идея! Әммә әлеге шарттарҙа уны тормошҡа ашырыуы еңел булмаясаҡ. Улай тиһәк, 2014 йылғы Ҡырым ваҡиғаларына ҡарамаҫтан, 2017 йылда Сочиҙа Бөтә Донъя студенттар һәм йәштәр фестивале гөрләп үткәйне. Ғәҙәттә, бындай саралар кешеләрҙе берләштерә һәм яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлана. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, тип уйлайым. Ә идея бик дөрөҫ, беҙ уға булышлыҡ итергә тырышырбыҙ. Әммә күп нәмә властарҙың теләгәненән генә тормай, ә ҡатнашыусыларға, халыҡ-ара ойошмаларға ла бәйле, - тине ил Президенты.

Владимир Путин Рәсәйҙең халыҡ-ара сараларҙы юғары кимәлдә ойоштороуын да билдәләне.

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: