+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Февраль 2023, 16:45

Телеграм өсөн башҡортса стикерҙар!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте" Telegram өсөн башҡортса стикерҙар сығарҙы.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.

  1. Салауат Юлаев: https://t.me/addstickers/Yulaev_Salavat
  2. Яҙыусылар һәм шағирҙар: https://t.me/addstickers/Bashlit
  3. Башҡорт әкиәттәре геройҙары: https://t.me/addstickers/Bashskazki
  4. Рәми Ғарипов: https://t.me/addstickers/RamiGaripov
  5. Шайморатов генерал: https://telegram.me/addstickers/Shaimuratov
  6. Урал батыр эпосы: https://t.me/addstickers/Ural_Batyr

Ойоштороусылар билдәләүенсә, тиҙҙән ватсап өсөн дә стикерҙар сығарыласаҡ.

- Барыбыҙ ҙа күп ваҡытты социаль селтәрҙә, мессенджерҙарҙа үткәрәбеҙ. Аралашыу өсөн сағыу башҡортса стикерҙар телде, мәҙәниәтебеҙҙе танытыуға булышлыҡ итер, тигән ниәттәбеҙ, – тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Телеграм өсөн башҡортса стикерҙар!
Телеграм өсөн башҡортса стикерҙар!
Телеграм өсөн башҡортса стикерҙар!
Телеграм өсөн башҡортса стикерҙар!
Телеграм өсөн башҡортса стикерҙар!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: