+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март 2023, 13:00

Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙына ла — "Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе" миҙалы

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы – Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең социаль әһәмиәтле иң популяр проекттарының береһе”, – тигән юлдар бар республика етәксеһенең тәбрикләү сәләмендә.

 Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов республика етәксеһе Радий Хәбировтың “Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү һүҙҙәрен, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең гүзәл заттарға ҡайнар сәләмен еткерҙе, хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә, ҡатындарына айырым рәхмәт әйтте һәм сабырлыҡ теләне.

Быйыл конкурс финалының төп темаһы илһөйәрлек булып торҙо, шуға күрә сараға Рәсәй Геройҙарының, һәләк булған яугирҙарҙың,  махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың әсәйҙәре саҡырылғайны. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең билдәле әүҙемсе Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" миҙалы менән Рәсәй Геройҙарының әсәләре – Игорь Нәсибуллиндың әсәһе Роза Хәбибйән ҡыҙы Нәсибуллина, Максим Серафимовтың әсәһе Алина Олеговна Серафимова, Тамерлан Илһамовтың әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы Шакирова һәм Миңлеғәле Шайморатов ордены кавалеры Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә Мәғдән ҡыҙы Хөсәйенова бүләкләнде.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Видео: “Ватандаш” журналы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: