

«2022/23 уҡыу йылын ойошҡан рәүештә тамамлау маҡсатында 2023 йылдың 22 майында XI синыф уҡыусылары өсөн «Һуңғы ҡыңғырау» дөйөм ҡала байрамын үткәрергә», — тиелә текста.
Бынан алдараҡ баш ҡала халҡын 22 майҙа «Торатау» конгресс-холының түбәнге майҙансығында мәктәп тамамлаусылар өсөн тантаналар ойоштороуға бәйле Зәки Вәлиди (Аксаковтан алып Мәжит Ғафуриға тиклем) һәм Мәжит Ғафури (Пятигорск урамынан Пушкин урамына тиклем) урамдары участкаларында хәрәкәтте сикләү тураһында иҫкәрттеләр. Сикләү көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 5-кә тиклем ғәмәлдә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Һуңғы ҡыңғырау уҙғарылған көндә хәмер һатыу тыйыла.
Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru