+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2023, 14:02

"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" - балалар өсөн

"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" Бөтә Рәсәй асыҡ академияһында, әлбиттә, балаларға ла иғтибар бүленә. Һау-сәләмәт балалар үҫтереү - ҡатын-ҡыҙ бәхетенең бер өлөшө бит. 

"Балалар сәләмәт тормош тураһында" тигән майҙансыҡта ҡыҙҙар һәм малайҙарға уйын рәүешендә сәләмәт тормош нигеҙҙәре тураһында аңлаталар. Беҙҙең иғтибарҙы Өфөләге 3-сө балалар стоматология поликлиникаһының "Беҙ үҙебеҙ менән йылмайыу алып барабыҙ"  тигән яҙмаһы йәлеп итте.

  - Республика Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылда беҙгә "КамАЗ" автомобиле нигеҙендә күсмә стоматология комплексын бүләк иткәйне. Поликлиниканың теш табиптары бригадаһы ошоғаса 6 меңдән ашыу баланы хеҙмәтләндерҙе. 2022 йылдың майында Луганск Халыҡ Республикаһына барып ҡайттыҡ. Унда 1 мең 744 баланы ҡараныҡ,дауаланыҡ. "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" буйынса йөрөгәндә лә күп балалы, ярҙамға мохтаж ғаиләләрҙән ҡыҙҙарҙың, малайҙарҙың тештәрен дауалап, кәңәштәр бирәбеҙ. Алыҫ райондарға барабыҙ. Был эштәр барыһы ла баш табибыбыҙ Римма Әсхәт ҡыҙы Ғәниева етәкселегендә башҡарыла, - ти уның урынбаҫары Эльвира Сәғит ҡыҙы Шәйбәкова. 

   Был майҙансыҡ Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында 10, 11 июндә көнө буйы эшләй. Белгестәр һәм педагогтар балаларҙы көтә.

Автор фотолары.

"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" - балалар өсөн
"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" - балалар өсөн
"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" - балалар өсөн
"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" - балалар өсөн
"Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" - балалар өсөн
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: