

Һәйкәлдең скульпторы - Илдус Наил улы Закиров. Керчь тураһында беләһегеҙҙер, моғайын. Ул - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышынан Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бер аты. Миәкә районы Илсеғол ауылынан һуғышҡа алынып, Германияға тиклем барып етә. Бик күп сит йылғаларҙың һыуын эсеп, ике тапҡыр яраланып, дауаланып, яңынан яуға инә. Хужаһы гвардия майоры Ибраһим Фәттәхов 4 тапҡыр орден, 3 тапҡыр миҙал менән наградлана. Бында Керчтың да өлөшө бар. Бына шундай яугир ат ул.
1947 йылда маршал Семен Буденный ҡушыуы буйынса Керчь тыуған ауылына ҡайтарыла. Тыныс тормошта хеҙмәт итеүен дауам итә. 23 йыл йәшәй легендар ат.
Әйткәндәй, 2022 йылдың көҙөндә Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрында Мөнир Ҡунафиндың "Ҡорос.Яугир ат яҙмышы" пьесаһы буйынса спектакль премьераһы ҡуйылды.
Фото: vk.com.