

Республика етәксеһе ҡунаҡсыл баш ҡалабыҙҙа иң тәү сиратта Белоруссия уҡыусылары командаһын сәләмләне.
- Беҙ бында бәхет тойғоһо кисерәбеҙ. Сөнки бында, Башҡортостанда, иҫ киткес йәштәр йыйҙыҡ. Һәм беҙ Рәсәй менән Беларусь араһындағы дуҫлыҡты, бөтә төбәк араһындағы дуҫлыҡты дауам итәбеҙ. Һәм был илдәребеҙ тағы ла көслөрәк һәм күркәмерәк итә. Моғайын, һеҙҙең арағыҙҙа Иван Иванович Едешко, Ирина Роднина кеүек буласаҡ олимпия чемпиондары ла барҙыр. Был - замандың иң көслө спортсылары, беҙ уларҙан өлгө алырға тейеш, - тине Радий Хәбиров.
Һәм ярыштарҙа уңыштар теләне.
Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Геройы Юрий Воробьев, Дәүләт Думаһы депутаты Ирина Роднина, Олимпия чемпионы, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры Иван Едешко ла балаларҙы дәртләндереү һүҙҙәрен еткерҙе.
Фестивалдә ете спорт төрө буйынса ярыш уҙа.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.