+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
27 Июнь 2023, 09:10

“Башҡортостандың матурлығына, халҡына хайран ҡалдыҡ,” – ти Беларусь уҡыусылары

“Рәсәй – Беларусь” халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленең бөгөн - икенсе көнө. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында спорт төрө буйынса ярыштар бик яҡшы ойошторолған.  Уҡыусылар тырышып, сәмләнеп ярыша.

“Башҡортостандың матурлығына, халҡына хайран ҡалдыҡ,” –  ти Беларусь уҡыусылары“Башҡортостандың матурлығына, халҡына хайран ҡалдыҡ,” –  ти Беларусь уҡыусылары
“Башҡортостандың матурлығына, халҡына хайран ҡалдыҡ,” – ти Беларусь уҡыусылары

Мәктәп спорты фестивале  Рәсәйҙән һәм Беларусь Республикаһынан 400-гә яҡын йәш спортсыны берләштерә лә инде. Илдең йыйылма командаһында Луганск һәм Донецк Республикалары, Ҡырым һәм Севастополь уҡыусылары ла ҡатнаша.

Уҡыусылар бөтәһе 7 спорт төрө - мини-футбол, баскетбол 3х3, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон һәм йөҙөү буйынса көслөләрҙе асыҡлай. Спорт ярыштары өс майҙанда бара: "Динамо" стадионында, Өфөнөң 32-се спорт мәктәбендә, Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә.

Беҙгә Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә өҫтәл теннисы ярышында булырға тура килде.  Хатта Рима Баталованың үҙен һәм өс тапҡыр олимпия чемпионы Александр Карелиндың килгән мәленә тура килдек. Улар йәш спортсыларҙың алышын ҡарарға, дәртләндерергә килгән.

 Өҫтәл теннисы –  ҡыҙыҡ уйын. Һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Шарға күҙ эйәрмәй.

– Беҙ хайран ҡалдыҡ. Башҡортостан халҡының ихласлығына, ҡунаҡсыллығына. Икмәк һәм тоҙ менән бик матур ҡаршы алдылар.  Өфө ҡалаһы ныҡ оҡшаны. Әйтеп бөтмәҫлек тәьҫораттар алдыҡ. Атай-әсәйҙәребеҙгә шунда уҡ шылтыратып һөйләнек. Башҡортостанда йәшәгән тиҫтерҙәребеҙ менән яҡындан таныштыҡ, телефондар менән алыштыҡ, – ти Гродно ҡалаһының 12-се мәктәбендә уҡыған спортсы Даниил Петлицкий.

 

Фото: Максим Саатов һәм автор фотолары.

“Башҡортостандың матурлығына, халҡына хайран ҡалдыҡ,” –  ти Беларусь уҡыусылары
“Башҡортостандың матурлығына, халҡына хайран ҡалдыҡ,” –  ти Беларусь уҡыусылары
“Башҡортостандың матурлығына, халҡына хайран ҡалдыҡ,” –  ти Беларусь уҡыусылары
“Башҡортостандың матурлығына, халҡына хайран ҡалдыҡ,” –  ти Беларусь уҡыусылары
“Башҡортостандың матурлығына, халҡына хайран ҡалдыҡ,” –  ти Беларусь уҡыусылары
“Башҡортостандың матурлығына, халҡына хайран ҡалдыҡ,” – ти Беларусь уҡыусылары
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас