

«Өфөлә ойошторолған Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы — ҙур дуҫлыҡ байрамы ул, — тип яҙҙы республика етәксеһе. — Бай мәҙәни программа әҙерләнек. Йәнә ике көн, бөгөн һәм иртәгә, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Дуҫлыҡ урамы» асыла, унда төрлө халыҡтарҙың күркәм традициялары менән танышырға мөмкин.
Ә кисен «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа — «Евразия йөрәге» йыр-моң фестиваленең икенсе көнө. Барығыҙҙы ла саҡырам!»
Кисә Өфөлә «Дуҫлыҡ урамы» милли мәҙәниәттәр фестивале асылғайны. «Евразия йөрәге» фестиваленең тәүге көнөндә Рәсәй йондоҙҙары Лариса Долина һәм Дмитрий Харатьян сығыш яһаны.