

Мәртәбәле сара Граф күле янында уҙғарыла. Унда бөтә илдән белгестәр һәм вәкилдәр саҡырыла. Фестиваль барышында йылҡысылыҡты үҫтереү, ҡымыҙ етештереү, башҡорт аты тоҡомон һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре ҡарала.
Байрам ҡунаҡтарын ҙур спорт һәм мәҙәни-күңел асыу программаһы көтә. “Ылаҡ”, “Тайтулаҡ”, һыбайлы биатлон кеүек ярыштарҙа сит илдәрҙән дә вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә.
Фото: Зөһрә Хәкимова.