+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
10 Июль 2023, 10:41

Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе старт алды

Дәүләкән районының Калиновка ауылында урынлашҡан СССР-ҙың космонавт-һынаусыһы Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе старт алды.

Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе старт алдыХалыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе старт алды
Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе старт алды

Йыл һайын йәйгеһен унда бөтә Рәсәйҙән төрлө олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа еңеүсе йөҙҙән ашыу бала уҡый.

Ун ике йыл рәттән был мәктәпкә космонавтар, һынаусы-осоусылар, Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттары ғалимдары килә. Улар уҡыусыларға Ҡояш системаһы, ғаләм, күк йөҙө тураһында һөйләй, телескоп ҡуйыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә һәм яңы йондоҙҙарҙы асырға өйрәтә. Астрономия дисциплиналарынан тыш, бында физика, биология, география буйынса лекциялар уҡыла.

Әйткәндәй, быйыл балалар йыһан карабының төҙөлөшөн өйрәнәсәк, ракета макеттарын йыйып, күккә осорасаҡ. Бөтә процесс профессиональ  инженер-конструкторҙар һәм космонавтар күҙәтеүе аҫтында үтәсәк. Шулай итеп, мәктәптә бөтә нормаларҙы үтәп, осоу аппараттарын осороу өсөн импровизацияланған станция булдырыла.

Туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Денис Филиппов өсөн Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе туған мәктәпкә әйләнә тип әйтергә лә мөмкин, сөнки ул бында өсөнсө тапҡыр килә.

 -Башланғыс синыфтарҙа уҡ атайым менән йыһан тураһында ватан фильмдарын яратып ҡараным. Был тема миңә бик ҡыҙыҡлы, – ти уҡыусы. – Химия, авиация, физика буйынса яңы белемдәр көтәм. Быларҙың барыһы ла миңә юғары уҡыу йортона ингәндә кәрәк буласаҡ.

Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбен һәм ошондай йәйге лагерҙарҙы ойоштороу – мөһим, яуаплы эш. Балалар бында патриотик тәрбиә, белем ала, яңы дуҫтар таба, ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашыра.

Фото: «Международная аэрокосмическая школа» төркөмөнән.

Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе старт алды
Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе старт алды
Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе старт алды
Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе старт алды
Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе старт алды
Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбе старт алды
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас