

Фестиваль барышында «ҠошЮлы. Балалар» конкурсы ла үтте. Балалар алдында билдәле бардтар, проектты ойоштороусылар, авторҙар һәм башҡарыусылар Тимур Ямалов, Илгиз Муллағәләмов һәм Заһир Ишкинин сығыш яһаны.
Балалар музыкаль бәйгеһендә бөтәһе 11 йәш бард ҡатнашты. Конкурс йомғаҡтары буйынса 1-се урынға Өфөнән Нәйлә Атнағолова лайыҡ булды, ә Тимерхан Кәбиров – 2-се һәм Ейәнсура районынан Ильяс Шәйәхмәтов 3-сө урын яуланы.