

Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы саҡырыуы буйынса легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән Ростов өлкәһе Обливский районы мәктәбе уҡыусылары Анна Ломоносова һәм Софья Касперович та килгән ине.
Ҡунаҡтар ғалимдар, космонавтар, сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, сәйәхәтселәр, юғары уҡыу йорттары һәм тикшеренеү үҙәктәре уҡытыусылары менән осрашыуҙарҙа ҡатнашты. 11 июлдә улар Өфөгә килде, унда ҡаланың иҫтәлекле урындарын ҡараны һәм Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы етәксеһе Алексей Дербеко, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева менән осрашты. Сарала шулай уҡ йәш шайморатовсылар – Өфөнөң 128-се мәктәбе уҡыусылары ла булды.
Осрашыу алдынан уҡыусылар өсөн Башҡортостандың Милли музейы буйлап экскурсия ойошторолдо, унда тыуған яғыбыҙҙың тарихы, тәбиғәте, башҡорт халҡының этнографик үҙенсәлектәре, солоҡсолоҡ һәм башҡа бик күп нәмәләр хаҡында һөйләнеләр. Артабан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған залда туҡталдылар. Ростов өлкәһенән килгән балалар, стенала генералдың хәрби юлы тураһында һөйләгән экспозицияны һоҡланып ҡараны. Бында улар үҙҙәренең тыуған ауылын да тапты, һорауҙар бирҙе, фотоға төштө. Ростов өлкәһенән килгән уҡыусылар менән дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирының улы Миҙхәт Мәмбәтов осрашты.
Был экскурсиянан һуң балалар Валериан Альбанов исемендәге музейға барҙы, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Баш ҡала ҡунаҡтары өсөн ваҡиғаларға бай көн ҡала буйлап йөрөү менән тамамланды.
Фото һәм сығанаҡ: bashinform.ru