

Был байрам йыл һайын ниндәйҙер тематикаға бағышланып уҙғарыла. Быйыл, мәҫәлән, балалар уйын формаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡабатланы. Улар һүрәт төшөрҙө, уйнаны, викториналарҙа ҡатнашты, хатта мода күрһәтте. Уҡыусылар алдында «Тауыш. Балалар. Дәүләкән» конкурсында ҡатнашыусылар сығыш яһаны. Сараға шулай уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре лә саҡырылды. Улар балаларға светофор сигналдарын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөү өсөн ҡыҙыл, йәшел һәм һары төҫтәге шарҙар таратты. Байрам Елена Дмитрий ҡыҙына сәскә бүләк итеп, күмәкләшеп фото төшөү менән тамамланды.
Фото һәм сығанаҡ: «Асылыкуль – Балкантау (г. Давлеканово)» төркөмөнән