+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
19 Июль 2023, 04:45

«Сауҙагәр 2.0» фестивалендә йәш ҡатнашыусыларға айырым иғтибар биреләсәк

19 августа Стәрлетамаҡта «Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивале үтәсәк.

«Сауҙагәр 2.0» фестивалендә йәш ҡатнашыусыларға айырым иғтибар биреләсәк«Сауҙагәр 2.0» фестивалендә йәш ҡатнашыусыларға айырым иғтибар биреләсәк
«Сауҙагәр 2.0» фестивалендә йәш ҡатнашыусыларға айырым иғтибар биреләсәк

Был юлы проекттың йәш ҡатнашыусыларына, йәғни тәүге аҡсаларын эшләргә өйрәнеүсе 10 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға, фестиваль майҙансығында айырым урын биреләсәк.

Йәш эшҡыуарҙар «Яҡшы сауҙагәр» проекты буйынса бизнес алып барыу нигеҙҙәрен, сауҙа күнекмәләрен өйрәнә һәм өлкән остаздарының тәжрибәһен үҙләштерә. Фестиваль йәрминкәһе өсөн балалар бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр әҙерләй. Үҙ шөғөлдәрен аҡсаға әйләндереү өсөн һатыуға төрлө әйберҙәр, тауарҙар, ҡамыр ризыҡтары, сувенир продукциялары ҡуя. 

Былтыр унда 75 бала ҡатнашып, ысын мәғәнәһендә матур һәм ижади уңышҡа өлгәште. 

Фото һәм сығанаҡ: «Фестиваль гостеприимства Купец 2.0» төркөмөнән (vk.com)

«Сауҙагәр 2.0» фестивалендә йәш ҡатнашыусыларға айырым иғтибар биреләсәк
«Сауҙагәр 2.0» фестивалендә йәш ҡатнашыусыларға айырым иғтибар биреләсәк
«Сауҙагәр 2.0» фестивалендә йәш ҡатнашыусыларға айырым иғтибар биреләсәк
«Сауҙагәр 2.0» фестивалендә йәш ҡатнашыусыларға айырым иғтибар биреләсәк
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас