

Светлана Чураева әҫәре буйынса ҡуйылған «Ҡыйыу һыуһар» әкиәтенең режиссёры – Ольга Штырляева, рәссамы – Илнур Сләвшин, композиторы – Марат Фәйзуллин. Хореографы Рөстәм Имамов бейеүҙәр генә һалып ҡалмаған, ә милли көрәш, яуызлыҡ менән алыш сәхнәләре өсөн трюктар ҙа ҡуйған.
Ни өсөн һыуһар баш ҡалабыҙҙың символына әйләнгән? Спектаклдә ижади төркөм был тарихтың үҙ версияһын бәйән итә. Бәхет исемле үҫмер һыуһар, хәүеф янауға ҡарамаҫтан, үҙенең ағаһын ҡотҡарыу өсөн юлға сыға. Әкиәттә туғанлыҡ хисенә, илһөйәрлеккә һәм мөхәббәткә дан йырлана. Ә һыуһарға яманлыҡты еңергә осраҡлы юлдашы – Һыуһарбикә ярҙам итә. Улар араһында аҙаҡ мөхәббәт хистәре барлыҡҡа килә һәм бәхетле пар саф һыулы йылғалар уратып алған матур тау битләүендә ҡалып, үҙ ояларын ҡорорға хәл итә. Был урында хәҙер бәхетле балалар, матур ғаиләләр йәшәгән Өфө ҡалаһы урынлашҡан.
Спектаклдә милли бейеүҙәргә, кейемдәргә ҙур иғтибар бүленгән, шулай уҡ Һабантуй байрамын, милли көрәште лә күҙәтергә була. Әйткәндәй, спектаклдә ҡурсаҡтар, битлектәге актёрҙар уйнауға ҡарамаҫтан, ул кескәй балаларға түгел, ә 12 йәштән өлкән үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән.
– Беренсенән, автор пьесаны әкиәт итеп түгел, ә риүәйәттәргә, легендаларға нигеҙләп, эпик әҫәр формаһында ижад иткән. Тарих һәм миф аша беҙ милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырабыҙ, образдар аша ҡайһы бер проблемаларҙы күтәрәбеҙ. Мәҫәлән, йәмғиәт тарафынан ҡыйырһытылған Курикот (башҡаларҙан айырылып тора), яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән Боҙло йылан образдарының асылын кескәй тамашасылар аңлап етмәйәсәк. Икенсенән, спектакль сәғәттән ашыу бара. Ә беҙ кескәйҙәр өсөн 30 – 45 минутлыҡ тамашалар сығарабыҙ. Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: ғәҙәттә, әкиәттәр бәхетле осраҡ менән матур тамамлана. «Ҡыйыу һыуһар»ҙа ла шулай. Әммә яманлыҡҡа ҡаршы көрәшкән саҡта саф күңелле Курикот батырҙарса һәләк була, – ти режиссёр Ольга Штырляева.
Ысынлап та, спектаклдә ҡош, йәнлек, балыҡ образдары ғына түгел, Ай һәм Ҡояш та ҙур иғтибар үҙәгендә: борон башҡорттар уларға ҡарап киләсәкте лә юраған, йылдың нисек килерен дә билдәләгән. Йәшәү сығанағы ла ут һәм йылылыҡ икәнен иҫкә алып, автор ваҡиғаларҙы тап улар күҙлегенән баһалап, тарихты бәйән итә башлай.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.