+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
24 Июль 2023, 05:30

Ҡояшлы тауҙа ҡунаҡта: Башҡортостанға ялға ЛНР-ҙан балалар килде

20 июлдә Күмертауҙан алыҫ булмаған «Йәшел имәндәр» балалар һауыҡтырыу лагерына Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч (Ҡыҙыл Нур) ҡалаһынан 100 бала килде.

Ҡояшлы тауҙа ҡунаҡта: Башҡортостанға ялға ЛНР-ҙан балалар килдеҠояшлы тауҙа ҡунаҡта: Башҡортостанға ялға ЛНР-ҙан балалар килде
Ҡояшлы тауҙа ҡунаҡта: Башҡортостанға ялға ЛНР-ҙан балалар килде

«Йәшел имәндәр» лагеры – Башҡортостаныбыҙҙың иң боронғо, бай тарихлы лагерҙарының береһе. Тауҙарҙа палаткалы лагерь булараҡ башланып, ул республикала балалар өсөн иң яҡшы ял итеү урындарына әйләнә. Уның янында, ғәжәп матур урында, Ағиҙел йылғаһының ҡаялы ярҙарынан алыҫ түгел ерҙә, Ҡонғаҡ,  йәғни «Ҡояшлы тау» ҡалҡып тора. 

«Йәшел имәндәр»ҙә ЛНР балаларының заезды быйыл инде өсөнсө тапҡыр була. Дүртенсе смена ла планлаштырылған. Ә быныһы инде Башҡортостанда ял иткән балалар делегацияһының икенсе өлөшө. Беренсеһе, составында 99 бала булғаны, лагерға 16 июлдә үк килеп етте.

Был балаларҙан тыш, лагерҙә республикабыҙҙың Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Сибай, Өфө һәм башҡа ҡалаларынан һәм райондарынан 58 бала ял итә. Уларҙың күбеһенең ата-әсәләре махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Балаларға бына шундай ҙур һәм дуҫ компанияла 21 көнлөк сменаны үткәрергә тура киләсәк. Көндәре ҡыҙыҡлы һәм онотолмаҫлыҡ булһын өсөн, тәрбиәселәр уларға «Дәүләт-тур» тип аталған махсус программа әҙерләгән.

– Программа легендар «Аватар» фильмы мотивтары буйынса ойошторола. Ул мажаралы, патриотик форматта үтәсәк, – тип һөйләй лагерь директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Наталья Кожевникова. – Программа төрлө сараларға, ваҡиғаларға бай. Иртәнән алып беҙҙә – спорт, төшкө һәм киске аштан һуң – сменала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла мәшғүл булған ҙур саралар. Әйткәндәй, лагерҙа уйын-медиа үҙәге эшләй, ул беҙҙең көндәлек тормошто төшөрә һәм ваҡиғалар көндәлеге алып бара.

Башҡортостанда булыу өсөн Красный Лучтан балалар 2000 саҡрым самаһы юл үткән. Әммә был уларҙы ла, уларҙың ата-әсәләрен дә ҡурҡытмай. Күптәр лагерь тормошона бик әүҙем ҡушылған. Улар оҫталыҡ дәрестәрендә, репетицияларҙа һәм ярыштарҙа арымай-талмай йүгерә. Буш ваҡыттары юҡ тиерлек. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр балаларға моңһоулыҡ һәм күңелһеҙлек кисерештәре өсөн ваҡыттары ҡалмаһын өсөн шарттар булдырырға тырыша. 

Балалар «Йәшел имәндәр»ҙә ваҡытты күңелле итеп үткәреп кенә ҡалмай, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы нәмәләргә лә өйрәнә. Мәҫәлән, сейлән үреү, музыка ҡоралдарында уйнау, электр самокатында йөрөү, хатта квадрокоптерҙан фото һәм видео төшөрөргә өйрәнеү өсөн оҫталыҡ дәрестәренә йөрөргә мөмкин. 

Алдағы көндәрҙә Бәләкәй Олимпия уйындары асыласаҡ. Смена дауамында балалар мини-футбол, волейбол, пионербол, баскетбол, шахмат, дартс кеүек төрлө спорт төрҙәрендә ярышасаҡ. Хатта киберспорт буйынса чемпионат та үтәсәк. Бының өсөн лагерҙа VR-шлемдар һәм башҡа кәрәкле ҡулайламалар менән ҙур булмаған кибер-синыф йыһазландырылған. 

Ҡояшлы тауҙа ҡунаҡта: Башҡортостанға ялға ЛНР-ҙан балалар килде
Ҡояшлы тауҙа ҡунаҡта: Башҡортостанға ялға ЛНР-ҙан балалар килде
Ҡояшлы тауҙа ҡунаҡта: Башҡортостанға ялға ЛНР-ҙан балалар килде
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас