

Донъя спорт форумында ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға Төркиә, Испания, АҠШ, Бразилия, Франция, Израиль, Бахрейн, Иран, Ираҡ, Вьетнам, Кения, Филиппин, Белоруссия, Ҡазахстан, Үзбәкистан һәм башҡа илдәрҙән 743 спортсы килде. Иң күп кеше ҡатнашҡан делегация, әлбиттә, Рәсәйҙеке, ул үҙ эсенә 495 спортсыны алды. Республикабыҙҙан да 23 спортсы ҡатнашасаҡ.
23 июлдән 2 августҡа тиклем сурдлимпиясылар спорттың 21 төрөндә (еңел атлетика, бадминтон, волейбол, футбол, гандбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, йөҙөү, велосипед спорты – маунтинбайк, велосипед спорты – шоссе, атыу, спорт ориентирлашыуы, каратэ, тхэквондо, ирекле көрәш, грек-рим көрәше, дзюдо, самбо, теннис, пляж волейболы, боулинг) үҙ көсөн һынаясаҡ. Ярыштар Өфөлә 16 спорт объектында үтәсәк.
Тантананы асыу өлөшөн Өфө һәм Мәскәү ижади коллективтары биҙәне. Улар килгән ҡунаҡтарға илебеҙҙең, еребеҙҙең ҡунаҡсыллығын күрһәтергә, Башҡортостандың үҙенсәлеген сағылдырырға тырышты.
Тамашасыларҙы йәйге сурдлимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙың флагтары парады һоҡландырҙы. Уйындарҙың рәсми флагын бик билдәле спортсылар, күп тапҡыр еңеүселәр, сурдлимпия уйындары чемпиондары һәм призёрҙары Рәсәйҙән Юлиә Әбүбәкирова, Александр Черняк, Артемий Карпов, Ҡаҙағстандан Аян Абдраш, АҠШ-тан Перри Брэди Джейкоб, Ирандан Баболлах Хоссейн һәм башҡалар күтәреп үтте. Шулай уҡ тантанала Мәскәү ишара театры һәм Өфөнөң һаңғырауҙар мәҙәниәт йорто артистары башҡарыуында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны.
Тәүҙә сурдлимпиясыларҙы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һүҙҙәрен уҡып ишеттергән Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин сәләмләне. Дәүләт башлығыбыҙ һаулыҡ буйынса сикләүҙәре булған кешеләрҙең үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу Рәсәйҙә мөһим дөйөм милли өҫтөнлөктәрҙең береһе булып тора, тип билдәләгән ине. Артабан һүҙ Дөйөм Рәсәй һаңғырауҙар спорты федерацияһы президенты Дмитрий Ребровҡа бирелде. Ул «Был сараны быйыл Рәсәйҙә бындай кимәлдә үткәрелгән тәүге халыҡ-ара ярыш тип әйтергә мөмкин. Барыһы 30 ил вәкилдәре килде. Кимәле бик юғары. Уны ойоштороуҙа Рәсәй Федерацияһының спорт министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының ярҙамы бик ҙур. Сит илдән килгән ҡунаҡтар бик ҡәнәғәт. Рәсәйҙең ҡунаҡсыл халыҡ икәненә аптырай, һоҡлана. Алдағы 10 көн дә иң юғары кимәлдә үтәсәк, тип ышанам!», – тип билдәләне. Башҡортостандың Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы өсөн спорттың әһәмиәте ҙур булыуы хаҡында әйтеп үтте. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостаныбыҙ сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарын бик көтөп алған, сөнки бындай ҙур ярыштарҙы ҡабул итеү төбәк өсөн ҙур хөрмәт.
Фото: Динар Кәлимуллин һәм Валерий Шахов.