+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
26 Июль 2023, 07:05

Өфөлә 589 мәктәп тамамлаусы «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалы алды

Өфөлә берҙәм дәүләт имтиханы йомғаҡтары буйынса сығарылыш уҡыусыларының 29 эше иң күп 100 балға баһаланды. Был хаҡта мэриялағы оператив кәңәшмәлә Өфөнөң мәғариф идаралығы етәксеһе Азат Батыршин һөйләне.

Өфөлә 589 мәктәп тамамлаусы «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалы алдыӨфөлә 589 мәктәп тамамлаусы «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалы алды
Өфөлә 589 мәктәп тамамлаусы «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалы алды

Уның һүҙҙәренсә, Өфөнөң 38-се мәктәбен тамамлаған Анастасия Пантелейко 2 фәндән максималь балл алған: былтыр урыҫ теленән имтиханды X синыф уҡыусыһы булараҡ тапшырһа, быйыл ул инглиз теленән дә һынатмаған. 

Шулай уҡ, Азат Батыршин: «Йыл һайын иң яҡшы, талантлы һәм эшһөйәр сығарылыш уҡыусыларына белемгә ынтылыштары өсөн тик яҡшы билдәләре булған аттестаттар тапшырыла», - тип өҫтәне.

Был уҡыусылар урта дөйөм белем тураһында аттестат менән бергә «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалына ла лайыҡ булды.

Быйыл 589 сығарылыш уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханында юғары белем кимәлен раҫлаған һәм тик яҡшы билдәләре булған аттестат һәм миҙал алды.

Билдәләп үтергә кәрәк, 2022/23 уҡыу йылында Өфөлә берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙә XI синыфты тамамлаған 4 мең 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡала биләмәһендә 25 имтихан үткәреү пункты эшләп килде. Төп һынауҙар осоро 20 июнгә тиклем дауам итте.

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фото: aif.ru

istra-adm.ru

Өфөлә 589 мәктәп тамамлаусы «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалы алды
Өфөлә 589 мәктәп тамамлаусы «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн» миҙалы алды
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас