+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
28 Июль 2023, 10:12

Инорстағы иң ҙур мәктәптә

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирек Фәйзуллин кисә Өфөгә эш сәфәре барышында республика Башлығы Радий Хәбиров менән Инорстағы яңы 51-се белем биреү үҙәген дә барып ҡараны.

Инорстағы иң ҙур мәктәптәИнорстағы иң ҙур мәктәптә
Инорстағы иң ҙур мәктәптә

Ул Волга буйы федераль округында иң ҙур белем усағы булып иҫәпләнә. 1 мең 650 уҡыусыға иҫәпләнгән. 51-се белем биреү үҙәге Рәсәй машина төҙөүселәр берләшмәһенең ассоциация мәктәбе булып иҫәпләнә. Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәжрибә майҙансығы. Уҡыусыларға төплө белем алыу, төрлө яҡлап һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған медицина кабинеты, 4 спорт залы, уҡыу кабинеттары... 

Ирек Фәйзуллин сифатлы һәм матур итеп һалынған белем усағына юғары баһа биреп, уҡыусыларға яҡшы уҡыуҙарын теләне. 

Фото: glavarb. 

Инорстағы иң ҙур мәктәптә
Инорстағы иң ҙур мәктәптә
Инорстағы иң ҙур мәктәптә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас