+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
31 Июль 2023, 05:35

Афарин, Илья!

Илья Кашников «iВолга» бөтә Рәсәй йәштәр форумында иң йәш грант эйәһе булды

Афарин, Илья!Афарин, Илья!
Афарин, Илья!

Бер нисә йыл рәттән «іВолга» илдә иң популяр һәм масштаблы форумдарҙың береһе булып тора. Һамар өлкәһендә ул Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров патронажы аҫтында һәм йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында үткәрелә. 

Быйыл был сарала илебеҙҙең 88 төбәгенән, шул иҫәптән Федерацияның дүрт яңы субъектынан 2 мең ҡатнашыусы үҙенең көсөн һынап ҡараны. Улар араһында Күмертау ҡалаһының Николай Антошкин исемендәге 1-се гимназияның XI синыфы уҡыусыһы Илья Кашников та булды. Ул 5 кешенән торған төркөм составында йәштәр форумында ҡала исеменән бик уңышлы сығыш яһаны. Ни өсөн улай тиһегеҙме? Сөнки уның проекты грантҡа лайыҡ тип табылды. 

– Мин «іВолга» форумы сиктәрендә йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ гранттары конкурсында ҡатнаштым. Проектым «”ПрофІТ” программалау студияһы» тип атала. Ул уҡыусыларҙың программалау өлкәһендәге белемен арттырыуға, йәштәрҙе олимпиада программалауына йәлеп итеүгә, IT–ла кадрҙар дефицитын кәметеүгә һәм уҡыусылар араһында көнүҙәк аралашыу даирәһен булдырыуға йүнәлтелгән. – ти Илья. 

Афарин, Илья! 

Фото һәм сығанаҡ: kumertime.info

Афарин, Илья!
Афарин, Илья!
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас