+11 °С
Ясно
VKOKМакс
Яңылыҡтар
31 Июля 2023, 09:35

Өфөлә йәйге Сурдлимпия уйындары ҡунағы һеңлеһе менән аралашыу өсөн ишара телен өйрәнгән

Һигеҙ йәшлек Милана һәм Глеб Рыбалкиндар – игеҙәктәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә йәйге Сурдлимпия уйындары ҡунағы һеңлеһе менән аралашыу өсөн ишара телен өйрәнгәнӨфөлә йәйге Сурдлимпия уйындары ҡунағы һеңлеһе менән аралашыу өсөн ишара телен өйрәнгән
Өфөлә йәйге Сурдлимпия уйындары ҡунағы һеңлеһе менән аралашыу өсөн ишара телен өйрәнгән

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙың бала саҡтан ишетеү һәләте юғала. Әммә был уға бейеү буйынса титуллы чемпион булырға, клиптар төшөрөргә һәм ишара телендә йырлау менән шөғөлләнергә бер ҙә ҡамасауламай.

Игеҙәктәр айырылғыһыҙ. Милана Глеб менән парлап бейегәндә, ул туғанының хәрәкәттәренә йүнәлеш ала. Ағаһы һеңлеһенә музыка тыңларға һәм шуның менән ритмдан тайпылмаҫҡа ярҙам итә.

Глебтың яратҡан бер нисә ым-ишараһы бар икән. Әммә уларҙың иң күңеленә ятҡандары – «Мин һине яратам» тигән һүҙҙәрҙе белдергәндәре.

«Әгәр тырышһаң, барыһына ла өйрәнергә мөмкин», – тип иҫәпләй малай.

Фото һәм сығанаҡ: bashinform.ru

Өфөлә йәйге Сурдлимпия уйындары ҡунағы һеңлеһе менән аралашыу өсөн ишара телен өйрәнгән
Өфөлә йәйге Сурдлимпия уйындары ҡунағы һеңлеһе менән аралашыу өсөн ишара телен өйрәнгән
Өфөлә йәйге Сурдлимпия уйындары ҡунағы һеңлеһе менән аралашыу өсөн ишара телен өйрәнгән
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас