

– Программаны башлап ебәреү этабында беҙ федераль реестрға ингән тәжрибәле туроператорҙарҙы һайлап алдыҡ. Ҙур тәжрибә – был проектта ҡатнашыуҙың мотлаҡ шарттарының береһе. Улар Башҡортостан Республикаһының туризмды үҫтереү үҙәге менән берлектә сәйәхәт маршруттарын әҙерләне, ойоштороуҙа методик ярҙам күрһәтте һәм, әлбиттә, балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың теләктәрен иҫәпкә алды. 2023 йылда Башҡортостанға федераль бюджеттан – 188 миллион 700 мең һум, төбәк бюджетынан – 75 миллион 500 мең һум аҡса бүленде. Проектта республиканың ҡала һәм райондарынан 37 мең самаһы уҡыусы ҡатнашасаҡ. Шуға ярашлы, беҙ ошо программаның туроператорҙары һанын да киңәйттек, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
2023 йылда «Мәктәп туризмы» программаһын тормошҡа ашырыуға 21 туристик ойошма йәлеп ителәсәк. Уларҙың һигеҙе икенсе йыл рәттән эшләй: «Урал-Тәңре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Сөләймән трэвэл экскурсиялар үҙәге», «Крекс», «Тархан», «ДАНО ГРУПП», «Башэкотур», «Милли туроператор компанияһы», «Вэлком РБ». Шулай уҡ быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары исемлеген муниципаль учреждение һәм автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тулыландырҙы.
Бөтә туроператорҙар төркөмдәрҙең трансферын, балаларҙың йәшәүен һәм туҡланыуын, страховкалауҙы, профессиональ экскурсовод оҙатыуында мәҙәни-танып белеү, патриотик экскурсиялар үткәреүҙе тәьмин итә. Йәш туристарҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленә, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Үҫмерҙәр өсөн һәр сәйәхәт ысын асыш була, сөнки уларға үҙ ерен, уның тарихи һәм мәҙәни мираҫын яҡшыраҡ белергә мөмкинлек бирелә.
Иң популяр экскурсияларҙың береһе – Өфөнөң иҫтәлекле һәм мәҙәни урындарына барыу. Уҡыусылар шулай уҡ республика буйлап та сәйәхәт итә. Мәҫәлән, «Геройҙың тыуған иле» маршруты Салауат Юлаевтың тыуған яғы – «Янғантау» геопаркы аша үтә. «Урал легендалары» туры Имәндәш ауылындағы музейға барыуҙы, Торатауға күтәрелеүҙе, «Красноусол» курорты буйлап экскурсияны күҙ уңында тота. «Тәүге башҡорт троллейбустары ҡалаһы» маршруты Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйлап экскурсияны, троллейбус депоһы музейына, шихандарға барыуҙы үҙ эсенә ала. «Ал сәскә» әҙәби тур уҡыусыларҙы Өфөләге Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейы, Бәләбәй районындағы Аксаковтар ғаиләһе музейы, шулай уҡ ижады Башҡортостанға бәйле урыҫ яҙыусылары менән таныштыра. «Банное» һәм «Абҙаҡ»ҡа йөрөүсе уҡыусылар өсөн дә әүҙем ял ҡаралған. «Киләсәккә ҡара» һөнәри йүнәлеш-тыуған яҡты өйрәнеү туры барышында уҡыусылар Өфө фән һәм технологиялар университетына, Өфө моторҙар етештереү берекмәһе предприятиеһына бара, «Йәш тикшеренеүсенең яҙмалары» оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша.
Шулай уҡ «Мәктәп туризмы» программаһы маршруттары Бөрө ҡалаһына, Иглин районындағы индеецтар биләмәһенә, Изге Георгий ирҙәр монастырына, иң ҙур һыу сығанағы – Ҡыҙыл Шишмәгә, Павловкаға һәм республиканың башҡа иҫтәлекле урындарына барып тоташа. Ике көнлөк турҙар ваҡытында балалар өсөн уҡтан атыу, һыбай йөрөү, тәңкә һуғыу, 3D-моделдәр эшләү, милли музыка ҡоралдарында уйнау, ҡаяға үрмәләү йәки ризыҡ әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Уҡыусыларҙа айырыуса үҙҙәренең фильмын төшөрөү менән шөғөлләнгән «Пиксиляция» кинематография студияһында оҫталыҡ дәресе ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.
Фото һәм сығанаҡ: panoramarb.ru