+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
16 Август 2023, 09:30

Арсений Ғәйнуллин һәм уның остазы Рәхмәт хаты менән бүләкләнде

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында II Халыҡ-ара балалар мәҙәни форумында ҡатнашыусыларҙы бүләкләне, тип хәбәр итә «Башинформ».

Арсений Ғәйнуллин һәм уның остазы Рәхмәт хаты менән бүләкләндеАрсений Ғәйнуллин һәм уның остазы Рәхмәт хаты менән бүләкләнде
Арсений Ғәйнуллин һәм уның остазы Рәхмәт хаты менән бүләкләнде

Балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн «Телешко» балалар телевидение мәктәбенә нигеҙ һалыусы Һәм уның етәксеһе Рөстәм Аҙнабаев Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Республика етәкселегенә рәхмәт белдереп, ул Өфөгә балалар журналистикаһының баш ҡалаһы статусын нығытырға тәҡдим итте.

Беҙҙә «Тамыр» телеканалы бар. 11 йыл дауамында балалар телевидениеһы мәктәбе эшләй. Мәктәптең филиалдары Рәсәйҙең 10 ҡалаһында — Донецкта бар, сентябрҙә Ханты-Мансийск, Тамбов, Санкт-Петербург һәм Ереванда асыла. Өфө медиасылары бөтә ил буйынса балаларҙы уҡыта,– тип билдәләне Рөстәм Аҙнабаев.

«Телешко» балалар телевидение мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Арсений Ғәйнуллин шулай уҡ «Волга буйында эшләргә кәрәк булған 100 нәмә» беренсе балалар тревел-шоуын уңышлы тормошҡа ашырғаны өсөн Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Республика башлығы үҫмерҙе «буласаҡ туризм министры» тип атаны.

Форумда ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдереп, Арсений проекттың интернетта ғына түгел, телевидениела ла сығыуы тураһында хыялланғанын белдергән.

Ләйлә Аралбаева.

Фото: «Башинформ».

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас