+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
28 Август 2023, 06:00

Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре гөрләп үтте

25 - 27 августа уҙған сараларҙа 115 мең самаһы кеше ҡатнашты, тип хәбәр итте ойоштороусылар.

Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре гөрләп үттеСанкт-Петербургта Башҡортостан көндәре гөрләп үтте
Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре гөрләп үтте

Мәҫәлән, «Ҡаҙ һәм бал» гастрофестиваленә 3,5 тонна бал һәм 2,5 мең литр ҡымыҙ килтерелгәйне. Был продукция өс көн эсендә һатылып бөттө.

Халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе лә бик әүҙем эшләне. Бында оҫталарҙың ҡул эштәре – күн һәм кейеҙ әйберҙәр, туҡылған келәмдәр, сувенирҙар тәҡдим ителде. Ҡунаҡтар беҙҙең сәнғәт һәм мәҙәниәт менән таныша, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша алды.

Санкт-Петербургта байрам сиктәрендә Һарай майҙанында һәм Дәүләт академия капеллаһы биләмәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм төньяҡ баш ҡала губернаторы Александр Беглов та булды. 

 Фото: www.bashinform.ru.

Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре гөрләп үтте
Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре гөрләп үтте
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас