

Беренсе смена ҡатнашыусыларын 15 июндән 26 июнгәсә “Орленок” балалар һауыҡтырыу лагеры йыйҙы. Артабанғы ике смена “Дуҫлыҡ” балалар спорт-һауыҡтырыу комплексында (31 июль – 6 август, 23 август – 29 август) үтте. Саралар барышында оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар ойошторолдо. Балалар үҙидара программаһын тормошҡа ашыра, фекер алыша һәм үҙ хоҡуҡтарын яҡлай алды.
“Беренселәр хәрәкәте” – балалар өсөн үҙҙәрен күрһәтеү, яңы бәйләнештәр булдырыу, командала эшләргә өйрәнеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Улар ниндәй өлкәлә үҫешергә теләгәндәрен аңлаһын, республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән тиҫтерҙәре менән тәжрибә уртаҡлашһын өсөн яҡшы майҙансыҡ.