+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
31 Август 2023, 05:50

Башҡа милләттәр тормошо менән танышырға була

Рәсәй Федерацияһының Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы "Интернетты үҫтереү институты" ойошмаһы менән берлектә икенсе йыл инде "Национальность.ru" проектын тормошҡа ашыра.

Башҡа милләттәр тормошо менән танышырға булаБашҡа милләттәр тормошо менән танышырға була
Башҡа милләттәр тормошо менән танышырға була

Видеороликтарҙа илебеҙ биләмәһендә йәшәгән 193 милләттең һәр береһенең йолалары һәм мәҙәниәте яҡтыртыла, тип хәбәр итә агентлыҡ. Яҙмалар башҡа халыҡтарҙы яҡындан белергә һәм аңларға ярҙам итә. Проект сағыу итеп заманса стилдә эшләнгән. Программа Рәсәй буйлап белешмә төҙөргә, үҙегеҙгә ял итеү урынын билдәләргә һәм һайланған төбәктәр тураһында стереотиптарҙан ҡотолорға шәп мөмкинлек булып тора. Былтыр яҙмаларҙы 10 миллиондан артыҡ кеше ҡараған.

Сығарылыштарҙы социаль селтәрҙәрҙә түбәндәге һылтанмалар буйынса табырға мөмкин:

Класташтар: https://ok.ru/group/61675090804821;

Бәйләнештәhttps://vk.com/nationalityru;

RUTUBEhttps://rutube.ru/channel/25309004/;

Дзен:https://dzen.ru/nationalityru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас