+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2023, 12:28

Дүрт көн ҡалды

Эйе, тап дүрт көндән баш ҡалабыҙ Рәсәй уйынсыҡтары үҙәгенә әүереләсәк.

Дүрт көн ҡалдыДүрт көн ҡалды
Дүрт көн ҡалды

“Әйҙә уйнарға” фестивале сиктәрендә бөтә илебеҙҙән уйындар һәм уйынсыҡтар етештереүселәр, уйлап табыусылар, оҫталар тәжрибә уртаҡлаша аласаҡ, балалар тауарҙары тармағын үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәрҙе тикшерәсәк.

Дүрт көн дауамында Совет майҙанында уйынсыҡтар күргәҙмәһе, балалар өсөн иң яҡшы уйын тәжрибәләрен күрһәтеү, тест-драйвтар ойоштороласаҡ. Фестивалдең ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларын бай программа көтә: уйындар һәм оҫталыҡ дәрестәре, спорт турнирҙары, киноға төшөп ҡарау, билдәле йырсылар сығышы, “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!” тапшырыуы майҙансығы, мультпарад, иң яҡшы балалар спектаклдәрен һәм анимация проекттарын күрһәтеү, “Союзмультфильм” геройҙары ҡатнашлығында байрам флешмобы...

Милли музей һирәк уйынсыҡтар күргәҙмәһен ойоштора. Бынан тыш, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә биләмә эшләйәсәк, унда тактиль уйынсыҡтар тәҡдим ителәсәк, ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Йәнә “Уйынсыҡ бүләк ит!” хәйриә акцияһында ҡатнашырға була.

Фото: xn. 

Дүрт көн ҡалды
Дүрт көн ҡалды
Дүрт көн ҡалды
Дүрт көн ҡалды
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас