

Совет майҙанында ике сатыр һәм бер ярымтирмә рәүешендәге конструкция урынлашасаҡ. Бында тарихи-мәҙәни экспозициялар була. Мәҫәлән, ярымтирмә үҙәгендә бишек урынлаштырыла, уның янында балаларға халыҡ әкиәттәре һөйләнелә һәм йырҙар йырлана. Балалар ҡурсаҡтар менән дә уйнай аласаҡ. Ғөмүмән, бай күргәҙмә зонаһында Башҡортостан мәҙәниәтенә “сумырға” мөмкин буласаҡ.