+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2023, 17:37

"Фанкластик" компанияһынан - "Тыуған ауыл" конструктор йыйылмаһы

"Фанкластик" компанияһы "Әйҙә уйнарға!" I Бөтә Рәсәй уйын фестивале өсөн махсус рәүештә "Тыуған ауыл" конструктор йыйылмаһын сығарған.

"Фанкластик" компанияһынан - "Тыуған ауыл" конструктор йыйылмаһы"Фанкластик" компанияһынан - "Тыуған ауыл" конструктор йыйылмаһы
"Фанкластик" компанияһынан - "Тыуған ауыл" конструктор йыйылмаһы

Исеменән үк күренеп тороуынса, ул, әлбиттә, Башҡортостан йолалары һәм мәҙәниәтенә нигеҙләнеп эшләнгән. 

"Фанкластик" компанияһы майҙансығында башҡорт халҡының тарихы, көнкүреше, йолаларына арналған саралар - "Тирмә йыябыҙ", "Башҡорт атын һәм башҡорт һарығын йыябыҙ" тигән оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡлы викториналар үтәсәк.

Ә яңы конструктор менән таныштырыу фестивалдең эшлекле программаһына индерелгән.

Белеүегеҙсә, "Әйҙә, уйнарға!" фестивале 14 - 17 сентябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк. Уның программаһы менән  https://айдаиграть.дети/ сайтында танышырға мөмкин.

Фото: rbsmi.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас