

Артистар тамашасыларға махсус рәүештә ғәҙәти булмаған бүләк әҙерләгән. Билдәле яҡташыбыҙ Сергей Тимофеевич Аксаков яҙған “Ал сәскә” әкиәтен улар интерактив уйын рәүешендә тәҡдим итә. Тимәк, унда байрам ҡунаҡтары ҡатнаша ала. Атаҡлы сауҙагәр менән алыҫ диңгеҙ аръяғы илдәренә юлланырға һәм уның яратҡан төпсөк ҡыҙы өсөн ал сәскә табырға кәрәк. Рәхим итегеҙ!
Фото: yandex.ru.