

Сараның бер майҙансығында уйынсыҡтар төрҙәре буйынса төрлө зоналарға бүлеп урынлаштырыла. Ә ҡыҙҙар һәм малайҙар, атай-әсәйҙәр тәтәйҙәрҙе өйрәнәсәк, һүтеп, йыйып ҡараясаҡ, улар тураһында үҙҙәренең фекерҙәрен әйтәсәк һәм иң яҡшыларын һайлаясаҡ.
Балалар тауарҙары индустрияһы ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина белдереүенсә, программа балалар менән әңгәмәләшеүгә ҡоролған һәм уларҙың да фекерен ишетеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шулай уҡ ата-әсәләргә балалар уйыны мәҙәниәтен, уның мөһимлеген аңлатыу бурысы ла тора. "Мин асыҡ беләм: балалар уйынсыҡтарҙы беҙгә, өлкәндәргә ҡарағанда, яҡшыраҡ белә һәм уларҙы уйлап сығарыуҙа ла шәберәктәр", - ти Антонина Цицулина.