

14 – 17 сентябрҙә Өфөлә уҙасаҡ “Әйҙә уйнарға” фестиваленә Басик үҙе киләсәк! Был матурҡасты уйлап тапҡан “Буди Баса” компанияһы илебеҙҙә киң билдәле. Етештереүсе даими рәүештә үҙ продукцияһын яңырта һәм үҫтерә. Ул сығарған уйынсыҡтарҙың дизайнын күптәр иң яҡшыларҙың береһе тип иҫәпләй. Мәҫәлән, Басик ҡушаматлы бесәй тиҙ арала билдәлелек яуланы, олоһо ла, кесеһе лә йәнһүрәтен яратып ҡарай. Сараға “Буди Баса” бесәйҙе һәм уның дуҫтарын килтерәсәк.
Фото: yandex.ru.