

Ҡыҙҙар һәм малайҙар “Сүлмәк ватыу”, “Тоҡ менән һикереү”, “Ҡалаҡ менән йүгереү”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк” уйындарында ҡатнаша ала. Шулай уҡ туп һәм ҡулса менән уйындар ҡаралған.
– Беҙ башҡорт музыкаль уйындарын иҫкә төшөрәсәкбеҙ, ҡаҙаҡ халҡыныҡы менән танышасаҡбыҙ. Уҡ атыу һәм ағас уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре планлаштырылған. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла бүләктәр әҙерләнек, – тип һөйләне Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Эльвира Дәүләтбирҙина.
Фото: yandex.ru.