+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2023, 05:43

Сифатлы балалар тауарҙары алырға була

Уйынсыҡтар һәм балалар өсөн башҡа тауарҙар етештереүселәр иҫәбендә Башҡортостандан “Альтернатива” компанияһы ла “Әйҙә уйнарға” фестивалендә үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк.

Сифатлы балалар тауарҙары алырға булаСифатлы балалар тауарҙары алырға була
Сифатлы балалар тауарҙары алырға була

“Альтернатива” һатып алыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек 1 мең 500-ҙән ашыу төрлө тауар етештерә, улар йорт, баҡса, ял өсөн тәғәйенләнгән. Заманса дизайн, универсаль төҫтәр, арзан хаҡтар ҡулланыусы өсөн ҡыҙыҡлы һәм отошло. Бөгөн компания 200-ләп балалар тауары тәҡдим итә: . мебель, уйынсыҡтар, һаҡлау өсөн әйберҙәр, гигиена тауарҙары, һауыт-һаба. Фестивалдә ошо сифатлы әйберҙәрҙе һатып алырға мөмкин буласаҡ.

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас